Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2020, 18:27

Дауалау тактикаһы үҙгәрә

Әле округта 43 мең самаһы кеше ошо вирустан дауалана. 2020 йылдың мартынан 300 меңдән ашыу кешенең коронавирус менән ауырыуы билдәле.

11 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.
Кәңәшмәлә коронавирус сирен иҫкәртеү һәм уның таралыуына ҡаршы көрәш саралары тикшерелде. Уны видеоконференция режимында ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.
Фекер алышыуҙа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова, “Росздравнадзор” етәксеһе Алла Самойлова, Федераль медицина страховкаһы фонды Елена Чернякова, Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев һәм төбәк етәкселәре ҡатнашты.
Игорь Комаров билдәләүенсә, коронавирус эпидемияһы менән бәйле булған 2020 йыл власть органдары, ғөмүмән бар халыҡ өсөн дә һынау осоро булды. Әле округта 43 мең самаһы кеше ошо вирустан дауалана. 2020 йылдың мартынан 300 меңдән ашыу кешенең коронавирус менән ауырыуы билдәле. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, йәмғиәттә һәм бөтә власть кимәлдәрендә тупланыу, тырышлыҡ, берләшеү күренеп тора.
Илдең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко халыҡҡа медицина ярҙамы ойоштороуға айырым иғтибар бирҙе:
– Беҙ ошо ваҡыт арауығында тупланған тәжрибәгә ярашлы, ауырыуҙарҙы дауалау тактикаһын үҙгәрттек һәм кадрҙар резервын тупланыҡ. Һөҙөмтәлә марттан алып ил буйынса коронавирус сиренән үлем осраҡтары ике тапҡырға кәмене, тине М.Мурашко.
Баш санитария табибы Анна Попова Волга буйы федераль округында киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм COVID менән ауырыу кимәле тураһында һөйләне, Рәсәй буйынса хәлдең тотороҡлоланыуын билдәләне
  • Төбәктәрҙә хәлде иғтибар менән күҙәтергә, хәүеф тыуа ҡалһа, кисекмәҫтән бар сараларҙы күрергә кәрәк. Төбәк етәкселәре дауаханаларҙағы урындар, дарыуҙар менән тәьмин итеү, халыҡҡа ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләрен контролдә тоторға тейеш,-тине Игорь Комаров,