Рәсәй Президенты В.В.Путин Ставрополь крайында йәшәүсе 97 йәшлек Наталья Донскова менән телефондан һөйләште. Пенсионер «Теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашып, Рәсәй лидеры менән телефондан һөйләшеү теләген белдергән.
Ул турала Президентҡа Кеше хоҡуҡтары буйынса советы ултырышында совет ағзаһы Галина Осокина еткерҙе. Уның һүҙҙәренсә, пенсионер бәйләнеш телефоны һандарын ҡалдырмаған. Ил башлығы ФСБ һәм Эске эштәр министрлығынан 97 йәшлек Ставрополь крайында йәшәүсе пенсионерҙы табыуҙарын һораны.
Һәм ниһайәт, В.В.Путин Наталья Донскованың Яңы йыл теләген тормошҡа ашырып, пенсионерға шылтыратты. Наталья Донскова ил башлығы шылтыратыуына ышанмай, ҡат-ҡат һорашҡас ҡына ихлас күңел менән аралашты. Үҙенең табип булыуы, Бөйөк Ватан һуғышында Сталинград, Курск дуғаһында булыуы, хатта, Берлинға барып етеүе тураһында һөйләне.
“Һеҙ табип ҡына түгел, илебеҙҙең лайыҡлы гражданины,” – тине ил башлығы һәм ҡатындың Ватаныбыҙҙы дошмандарҙан һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
“Яңы йыл алдынан мөғжизәләр була” тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Теләктәребҙҙе теләп, балаларса ихлас ышанайыҡ!