АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 16:33

14 декабрь – Башҡорт теле көнө

14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдиме менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.

14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдиме менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.
Был көндә онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән басйтаҡ саралар үткәрелә, башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала, йыл буйына уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә.
14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан республиканың танылған шәхестәре ҡатнашлығында «Шиғри сылбыр» интернет-флешмобы уҙасаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса гранттар конкурсы еңеүселәре проекттарының күргәҙмәһен ойоштора.
Байрам саралары Башҡортостандың барлыҡ мәҙәниәт усаҡтарында онлайн форматта уҙғарыла. Офлайн форматта уҙғарылған музейҙарҙа уҙғарылған сараларҙа ҡатнашырға мөмкин.
Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында бик күп, шул иҫәптән башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған саралар уҙғарыла, вариҫтары уның һәйкәленә сәскәләр һала. Башҡорт мәҙәниәтенең тағы ла бер арҙаҡлы шәхесе – билдәле шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына ҡарата асыҡ дәрес була.
Байрам сараларҙың тулы программаһын Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: