АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 12:25

Халыҡ иҫәбен алыуға 33 млрд һум аҡса бүленәсәк

Дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Оксана Даянова белдереүенсә, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға теләгәндәр интернет селтәрендәге Дәүләт порталында иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙ аллы тултыра ала.

Дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Оксана Даянова белдереүенсә, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға теләгәндәр интернет селтәрендәге Дәүләт порталында иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙ аллы тултыра ала. Өй буйынса йөрөүсе статистика хеҙмәткәрҙәренә лә махсус программа ҡуйылған планшеттар таратыла. Шуға күрә документтарҙы тултырыу тиҙ һәм уңайлы буласаҡ. Хеҙмәткәрҙәргә лә документтарҙы ҡат-ҡат сканер аша уҙғарыу кәрәкмәй, сөнки онлайн тултырылған документтар автоматик рәүештә статистика органдарына ебәрелә. Теләгәндәргә документтарҙы күп функциялы үҙәктәрҙә лә тултырыу мөмкинлеге булдырыла.
2021 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуға 33 млрд һум аҡса бүленәсәк, уның яртыһы халыҡ иҫәбен алыуҙа эшләгән статистика хеҙмәткәрҙәренә түләнә, ҡалғаны ИТ-инфраструктураға һәм компьютер системаларын махсус программа менән тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк.
#ПЕРЕПИСЬНАСЕЛЕНИЯ2021
Читайте нас: