АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 11:34

Дистанцияла эшләү уңайлымы?

Хеҙмәткәр сәбәпһеҙ ике көн буйына бәйләнешкә сыҡмай икән, ул биләгән вазифаһынан бушатыласаҡ.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Ситтән тороп (дистанцияла) эшләү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Был закон офистарҙан тыш ситтән тороп эшләү мөмкинлеген булдыра. Ул 2021 йыдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Документҡа ярашлы етәксе, ғәҙәттән тыш хәлдәр булған осраҡта, хеҙмәткәрҙәрҙе уларҙың ризалығынан тыш ситтән тороп эшләүгә күсерә ала. Был осраҡта хеҙмәткәрҙәр бар кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителергә, эш хаҡына үҙгәрештәр идерелмәҫкә тейеш.
Бынан тыш, закон етәкселәрҙән ситтән тороп эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә командировка сығымдарын түләүҙе лә талап итә. Хеҙмәткәр сәбәпһеҙ ике көн буйына бәйләнешкә сыҡмай икән, ул биләгән вазифаһынан бушатыласаҡ. Шәхси ваҡыт та закон менән нығытыла. Эш сәғәттәренән һуң башҡарылған өҫтәмә эш айырым түләнәсәк. Ваҡылыса ситтән тороп эшләү ваҡыты - 6 айҙан ашмаҫҡа тейеш.
#ВВПУТИН