Билдәле булыуынса, йыл да ил президенты В.В.Путин матбуғат конференцияһы үткәрә. Унда һәр теләгән кеше үҙ һорауын бирә ала. Быйыл был күләмле сара 17 декабргә тәғәйенләнгән. Әле "Москва-Путину" ҡушымтаһы аша һорауҙы, видеомөрәжәғәтте ебәреп ҡуйырға мөмкин.
"Рәсәй 24" телеканалы хәбәр итеүенсә, күпләп һорауҙар килә лә башлаған. Иң йыш күтәрелгән мәсьәлә - пенсия, өлөшсөләр хоҡуғы (права дольщиков), дистацион уҡыу.
#ВВПУТИН