АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 11:11

Республикаға COVID-19-ға ҡаршы вакцина килде

Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Президенты В.В.Путин ҡушыуы буйынса коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинациялауҙың беренсе этабы башлана.

«Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Президенты В.В.Путин ҡушыуы буйынса коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинациялауҙың беренсе этабын башлайбыҙ. Республикаға ҙур күләмдә (1200 доза) Гамалея үҙәгенең ике компонентлы векторлы Гам-КОВИД-Вак вакцинаһы килтерелде. Тәү сиратта был прививканы табиптар, уҡытыусылар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ала», — тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республика Башлығы билдәләүенсә, йыл аҙағына тиклем тағы бер нисә партия вакцина килтереләсәк. Вирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн республикала киң масштаблы вакцинациялау уҙасаҡ. Вакцинаны алыу бушлай. Әлегә түләүле шәхси клиникаларға уны индереү ҡаралмаған.
#ВВПУТИН
Читайте нас: