Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 12:31

Дмитрий Дюжев Сибай сәхнәһендә

Дмитрий Дюжев моноспектаклдән һуң театрға килеүселәр менән ихлас күңелдән әңгәмәләште, тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Бөгөнгө көндә актуаль булған проблемаларға үҙ фекерен әйтте.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә «Жмурки», «Остров», «Мне не больно» кинолары һәм барыбыҙға ла билдәле булған «Бригада» телесериалы актеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, режиссер Дмитрий Дюжев “Евгений Онегин” моноспектакле менән сығыш яһаны. Быға тиклем тик телевизор экранында ғына күргән актерҙың үҙебеҙҙең сәхнәлә сығыш яһауы- яңы йыл алдынан мөғжизәле рәүештә хыялдар тормошҡа ашыуына тағы ла бер тапҡыр инандырҙы.
Был сараны бөгөнгө көн геройҙары: коронавирус менән алғы һыҙыҡта көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, “Алға,Сибай” йәштәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Денис Назаров ойошторҙо.
Дмирий Дюжев моноспектаклдән һуң театрға килеүселәр менән ихлас күңелдән әңгәмәләште, тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Бөгөнгө көндә актуаль булған проблемаларға үҙ фекерен әйтте.
Тамашасылар исеменән рәхмәт белдереп, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов Дмитрий Дюжевҡа иҫтәлеккә йәшмәнән эшләнгән картина бүләк итте.