Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 10:40

Һылыу шул үҙебеҙҙең ҡыҙҙар

"Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһендә Сибай ҡыҙы Шәүрә Яхина беренсе урын алды!Быйыл конкурс үҙенсәлекле булды: унда Башҡортостанда ғына түгел, ә сит өлкәләрҙә йәшәгән ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.

"Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһендә Сибай ҡыҙы Шәүрә Яхина беренсе урын алды!
Быйыл конкурс үҙенсәлекле булды: унда Башҡортостанда ғына түгел, ә сит өлкәләрҙә йәшәгән ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.
Бәйгенең Рәсәй статусында үтеүе бик мөһим. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән матур итеп саф башҡорт телендә таныштырҙы.
Сибәркәйҙәр билдәле Рәсәй дизайнеры Игорь Гуляевтың кейем коллекцияһын тәҡдим итте, жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сығыш күптәрҙе тетрәндерҙе. Шулай уҡ бейеү оҫталыҡтарын күрһәтте, "Аманат" төркөмө егеттәре менән бергә һомғоллоғон күрһәтте.
Билдәле булыуынса, "Йәшлек шоу-2020" конкурсы ла Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола. Уның төбәк кимәле еңеүселәре сараны сағыу сығыштары менән биҙәне.
Һәр һылыуҡайға һандыҡ бүләк ителде. Башҡорт халҡында ул — тарих һаҡсыһы, генетик хәтерҙе тотоусы. Килен булып төшкән ҡыҙ кейәү йортона һандыҡ менән килә. Әлеге сарала ла ул символик мәғәнәле бүләк булды. Уны ҡыҙҙарға, нәсихәтен әйтеп, Розалия Солтангәрәева тапшырҙы.
Гран-при яулап, төп бүләк — автомобилгә Учалынан Ләйсән Шөғәйепова лайыҡ булды.
Һылыуҡайҙарҙы ҡотлайбыҙ!