3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты инвалидтар менән видеоконференция режимында осрашыу үткәрҙе.
“Һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид граждандарға, дөйөм алғанда илдә йәшәүселәрҙең барыһына ла, дәүләт ярҙамы күрһәтеү - эшмәкәрлегебеҙҙең мөһим бер өлөшө. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ни тиклем һөҙөмтәле эшләһәк, йәмғиәттәге социаль атмосфера ла шул тиклем яҡшырасаҡ. Киләсәктә ярҙам саралары механизмын камиллаштырыу өҫтөндә байтаҡ эштәр башҡарыла. Инвалидтар ойошмалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ,” – тине ил башлығы.
Башҡортостандан барыһына ла билдәле булған йәш спортсы, блогер, Рәсәйҙең иң ҙур тау түбәһенә ҡулы ярҙамында ғына күтәрелеп рекорд ҡуйған Рөстәм Нәбиев ҡатнашты. Ул ил башлығынан ошондай ҡыйыу, ауырлыҡтарға бирешмәгән инвалидтарҙың рух күтәренкелеген күрһәткән кинофильм төшөрөү мөмкинлеген булдырыуҙы һораны. Бындай фильмдар уларҙа үҙ мөмкинлектәренә ышаныс булдырырға ярҙам итәсәк, көс өҫтәйәсәк.