Президент В.В.Путин Рәсәй төбәктәре буйынса халыҡ килеме динамикаһы проблемаларына иғтибар йүнәлтеү кәрәклеге тураһында хәбәр итте.
“Халыҡ килеменең түбәнәйеүе проблемаларына иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Был бигерәк тә иҡтисад яғынан айырым иғтибар талап иткән тәбәктәргә ҡағыла. Тәү сиратта килемдәре йәшәү минимумынан кәм булған граждандарға ярҙам итергә, уларға эш урындары булдырыу өсөн яңы проекттар өҫтөндә эшләргә кәрәк,”-тине ил башлығы.
Рәсәй статистика үҙәге билдәләүенсә, 2020 йылдың икенсе кварталында халыҡтың килеме 8,4 %-ҡа кәмегән. Был 1999 йылдан алып беренсе тапғыр ҙур кимәлдә килемдең түбәнәйеүе. Октябрҙә ул, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 4,8%-ға кәмегән.