АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 12:55

ЗАМАНА ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫНЫҢ ЯРҘАМЫ ҘУР

Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы 2020 йылдан 2021 йылға күсергәйнеләр. Әле мөһим сараға әҙерлек бара. Был юлы халыҡ иҫәбен алыу еңелерәк була тигән фекер йәшәй, сөнки замана технологиялары ярҙамға килә.

Яңы технологиялар ярҙамы менән халыҡ иҫәбен алғандағы материалдар тиҙ арала эшкәртеләсәк. Мәҫәлән, 2010 йылда халыҡ иҫәбе алынғас, йомғаҡлау сараһы 1,5 йылдан ғына булғайны. Кешенең ниндәй милләткә ҡарауы, ниндәй телдә аралашыуы ҡулдан тултырылғайны бит. Хәҙер алдан варианттар бирелә, берәүһен һайлап баҫырға ғына кәрәк буласаҡ.
--Беҙҙең илдә бик күп милләт йәшәй. Яңылышырға ярамай,- ти Росстат етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов.
Әйткәндәй, төбәктәргә халыҡ иҫәбен алыуға планшеттар бирелә башланы. Мәҫәлән, күптән түгел Мурманск өлкәһенә 1828 планшет оҙатылған.