Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 11:24

В.В.Путинға һорауыңды биреп ҡал!

Сарала ҡатнашырға теләүселәр өсөн илдең бер нисә төбәгендә махсус майҙансыҡ эшләйәсәк.

Бына, ниһайәт, Рәсәй Президенты В.В.Путиндың журналистар өсөн ҙур матбуғат конференцияһын уҙғарыуҙың датаһы билдәле булды. Ул 17 декабрҙә уҙа. Сарала ҡатнашыу өсөн илдең бер нисә төбәгендә махсус майҙансыҡ эшләйәсәк.
Пандемияға бәйле, быйыл был конференция ла видеоконференция режимында уҙа. Президент Ново-Огаревонан бәйләнешкә сығасаҡ, ә журналистар Халыҡ-ара сауҙа үҙәгенә йыйыла, тип хәбәр ителә.
Конференцияла ҡатнашыу өсөн журналистар мотлаҡ www.kremlin.ru (президент.рф) сайтында аккредитация үтергә тейеш. Аккредитация үтеү 2 декабрҙә тамамланасаҡ.
#ВВПУТИН