Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 10:51

Препараттар етештереү өсөн яңы цех асылды

Бөгөнгө көндә унда туберкулез, ВИЧ, онкологик сирҙәрҙе дауалау өсөн препараттар етештерелә.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Иркутск өлкәһе «Братскхимсинтез» предприятиеһының «Фармасинтез» компанияһы майҙанында дарыу препараттары өсөн субстанция етештереү буйынса заманса яңы цех асыуҙа ҡатнашты. Ил башлығы белдереүенсә, коронавирустҡа, туберкулезға, шәкәр диабеты, гепатит һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн сифатлы дарыуҙар етештереүгә предприятиеның ҡеүәте етерлек. «Фармасинтез» компанияһының заводтары Иркутск, Братск, Төмән, Уссурийск, Санкт-Петербург ҡалаларында бар. Бөгөнгө көндә унда туберкулез, ВИЧ, онкологик сирҙәрҙе дауалау өсөн препараттар етештерелә.
«Фармасинтез» етәкселеге 2021 йылдың 1-се кварталында Санкт- Петербургта «Спутник V» вакцинаһын етештерә башлауы тураһында ла хәбәр итте.
#ВВПУТИН