"20 төркөм" саммиты Сәғүд Ғәрәбстаны рәйеслегендә 21 — 22 ноябрҙә видеоконференция режимында уҙҙы. Форумда бөгөнгө көндә актуаль булған һорауҙар - коронавирус пандемияһы эҙемтәләрен еңеп сығыу, вакциналар менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыу, донъя иҡтисадын, халыҡ-ара сауҙаны, мәшғүллекте тергеҙеү, һанлы иҡтисад өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу һәм хеҙмәттәшлек итеү, тирә-яҡ мөхитте, энергетиканы һаҡлау мәсьәләләре һәм коррупцияға ҡаршы тороу проблемалары ҡаралды.