Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 10:00

Түлә лә тыныс йоҡла

Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Ошо уҡ документтың 45-се статьяһының 1-се пунктында барыбыҙҙың был бурысты үҙаллы атҡарырға тейешлеге хаҡында әйтелгән. Бурысты быйыл 1 декабргә тиклем атҡарырға тейешлебеҙ.

Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Ошо уҡ документтың 45-се статьяһының 1-се пунктында барыбыҙҙың был бурысты үҙаллы атҡарырға тейешлеге хаҡында әйтелгән. Бурысты быйыл 1 декабргә тиклем атҡарырға тейешлебеҙ. Шуға һәммәбеҙ ҙә ошо ваҡытҡа тиклем мөлкәткә, ергә, транспортҡа һалым түләү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ.
Быны йәшәгән урын буйынса һалым инспекцияһына барып белергә мөмкин. Бынан тыш, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалымдарҙы түлә” сервистары ярҙамында онлайн тәртибендә түләргә мөмкин. Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан.