Рәсәй Президенты төбәктәрҙә медицина ярҙамы пандемия мәлендә сифатлы булырға тейешлеге хаҡында әйткәйне. Ошоно күҙ уңында тотоп, "Берҙәм Рәсәй" партияһы медицина хеҙмәткәрҙәренә таксила йөрөүҙә махсус льгота булдырырға уйлай. Ирекмәндәр менән онлайн режимда барған осрашыу ваҡытында партия ағзалары республика хөкүмәте менән берлектә такси операторҙары менән дә һөйләшеү алып барҙы.
“Табиптар тәүлек әйләнәһенә ауырыуҙарға ярҙам итә. Улар өсөн бындай ярҙам булдырыу мөһим”, -тине генсовет сәркәтибе Андрей Турчак.
Бынан тыш "Берҙәм Рәсәй" паритяһы ковид-госпиталдәргә, ирекмәндәр үҙәгенә шылтыратыу бушлай булһын өсөн бәйләнеш операторҙары менән килешеү төҙөнө. Тиҙҙән бушлай шылтыратыуҙы ҡабул итеү өсөн телефон һандары реестры булдырыла. Бында илдең төрлө төбәгенән шылтыратыуҙар ҡабул итеп буласаҡ.