Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 20:10

БЕҘ БЕРГӘ!

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге менән берлектә хроник сирлеләргә, шулай уҡ рецепт буйынса тәғәйенләнгән дарыуҙарға сиратта тороусыларға кәрәкле дарыуҙарҙы таратыуҙа табиптарға ирекмәндәр ҙә ярҙам итә.

Коронавирис эпидемияһы башланғас та Сибай ҡалаһында "Беҙ бергә"" тип аталған ирекмәндәр штабы барлыҡҡа килде һәм улар оло йәштәгеләргә бар яҡлап ярҙам күрһәтеп килә. Һуңғы ваҡытта сирҙең тағы ла көсәйеүе ирекмәндәрҙең эшен арттырҙы. Яҙ көнө улар ярҙамҡа мохтаждарға һәм 65 йәштән өлкәндәргә аҙыҡ-түлек таратһа, бөгөн үҙ иңенә дарыуҙар таратыуҙы ла алды.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге менән берлектә хроник сирлеләргә, шулай уҡ рецепт буйынса тәғәйенләнгән дарыуҙарға сиратта тороусыларға кәрәкле дарыуҙарҙы таратыуҙа табиптарға ирекмәндәр ҙә ярҙам итә. Көн һайын улар ҡала поликлиникаһынан медицина препараттары тултырылған йәшниктәрҙе сирленең йәшәү адресы буйынса тарата.
Штабтың был йүнәлештәге эше 20 ноябрҙә башланған һәм ул бер ай дауамында эшләйәсәк. Шулай уҡ ирекмәндәр оло йәштәгеләргә дарыухананан дарыуҙар, аҙыҡ-түлек алып килеүҙә лә ярҙам итә. Мәрхәмәтлек ойошмаһына үҙ теләге менән килеүселәргә беҙ ҙә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм ауыр, әммә изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Ҡатмарлы мәлдә күрһәткән изгелектәрегеҙ ерҙә ятып ҡалмаҫ!
Фото: "Беҙ бергә" ирекмәндәр штабы сайтынан.
Автор: Карима Усманова