Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 11:16

Коронавирустан ниндәй илдең вакцинаһы ҡотҡарыр

Бөгөн Рәсәйҙә 2 089 329, Башҡортостанда 13 187 кеше был киҙеү менән ауырығаны билдәле.

Илдәр араһында уҙған онлайн саммитта коронавирус пандемияһы менә көрәш – үҙәк темаларҙың береһе булды. Рәсәй Президенты В.В.Путин вакциналауға мохтажлыҡ кисереүсе илдәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлеген белдерҙе. Ил башлығы: “Рәсәйҙә сығарылған иммунизациялау препараты - йәмғиәттең дөйөм ҡаҙанышы булырға тейеш”, - тип билдәләне.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы председателе Си Цзиньпин “Һаулыҡ сертификаты” берҙәм халыҡ механизмы булдырыуҙы тәҡдим итһә, Америка Ҡушма Штаттары илдә ошо көндәрҙә вакцинациялау уҙасағы тураһында хәбәр еткерҙе. Тиҙҙән Pfizer һәм Германияла булдырылған BioNTech вакциналарын теркәләсәк, улар АҠШ –ың Препараттарҙың һәм аҙыҡ-түлектең сифатын санитар күҙәтеү идаралығына тикшереүгә һәм теркәүгә тапшырылған.
Был препараттар ҡулланыуға тапшырылғансы күпме ваҡыт үтер? Тажлы вирус быны көтөп тормай шул, көслө тулҡын менән таралыуын дауам итә. Бөгөн Рәсәйҙә 2 089 329, Башҡортостанда 13 187 кеше был киҙеү менән ауырығаны билдәле.
#ВВПУТИН