Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 11:55

“Арктика зонаһын тик рәсәйҙәр генә үҫтерә ала”

Рәсәйҙең Арктикала фәнни тикшеренеүҙәр уҙғарыуына француздарҙың иҫе киткән.

Рәсәйҙең Арктикала фәнни тикшеренеүҙәр уҙғарыуына француздарҙың иҫе киткән. “Рәсәй ғалимдарына -30,-35 градуста эшләүе бер ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Тик улар ғына донъяның иң һыуыҡ урындарын тикшерә алалыр, моғайын. Бының өсөн илдә бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Өс метр ҡалынлығындағы боҙҙарҙы вата алыусы 77 дәүләт һәм шәхси боҙватҡыстары бар,” -тип яҙғандар Le Point баҫмаһында.
Әйткәндәй, Президент В.В.Путин Рәсәй арктика зонаһын үҫтереү стратегияһын раҫлау, 2023 йылға тиклем милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Указға ярашлы, ил хөкүмәте өс ай эсендә дәүләт политикаһын тормошҡа ашырыу һәм стратегияны үҫтереү планын раҫлауҙы һораны. Шулай уҡ хөкүмәткә стратегияны тормошҡа ашырыуҙы контролдә тоторға ҡушты.
Арктикала тормошҡа ашырыласаҡ инвестицион проекттар юғары технологиялы продукция етештереүгә этәрегес бирергә тейеш.
#ВВПУТИН