АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 10:30

Күперле булдылар

Йыл һайын тиерлек яҙ һыу ташҡан ваҡытта улар күперһеҙ ҡала торғайны.

Баймаҡтағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе Уралда капиталь ремонттан һуң күпер асылды. Был хаҡта "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев белдерҙе.
"Бөгөн беҙҙең Урал халҡы ҙур шатлыҡ кисерә: капиталь ремонттан һуң ауылға ингән юлда күпер асылды. Йыл һайын тиерлек яҙ һыу ташҡан ваҡытта улар күперһеҙ ҡала торғайны. Төҙөүселәрҙең тырышлығы, ауыл халҡының ярҙамы менән бында яңы күпер барлыҡҡа килде. Быйыл шулай уҡ Темәстәге Һаҡмар һәм Шырҙы йылғалары аша һалынған күперҙәр ремонтланды, Йомаш, Сәйғәфәр ауылдарында ла ошондай ҡоролмалар тергеҙелә. Киләһе йылда ла был йәһәттән эштәр алып барыласаҡ".
Беҙ ҙә Урал ауылы халҡының шатлығын уртаҡлашабыҙ, яңы күперҙең оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләйбеҙ.
#нацпроекты
Фото: Дмитрий Фадеев.
Автор: Карима Усманова