АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 11:00

Баҙар төҙөкләндерелә

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында “Уңайлы ҡала мөхите” милли проектына ярашлы баҙар төҙөкләндерелә.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында “Уңайлы ҡала мөхите” милли проектына ярашлы баҙар төҙөкләндерелә.
Павильондарҙа капиталь ремонт ойоштороуға район бюджетынан 670 мең һум аҡса бүленгән. Әлегә бинаның ҡыйығы яңыртылған, тышҡы йөҙөн биҙәү эштәре башҡарылған, кәштәләр, электр сымдары, яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртылған. Биләмәһенә асфальт һалынған. Киләһе йылдарҙа бында парковка урындары булдырыу ҙа күҙаллана. Баҙарҙы ремонтлау мәсьәләһе күптән көн ҡаҙағында торған. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә сауҙа алып барыу өсөн ниһайәт, уңайлы шарттар булдырылды. Хәҙер урамда ла кибеттәр бар. Киләсәктә павильондарға йылытыу торбалары, һыу үткәреү ҙә ҡаралған.
#нацпроекты#миллипроекттар
Гөлназ Хәйбуллина.
Автор фотоһы.