Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 11:31

Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы булдырылды

Бер ғариза буйынса 2 миллион һумға яҡын ярҙам күрһәтеләсәк.

Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары өсөн дәүләт ярҙамы булдырҙы. 2020 йылдың апреленән Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы экспортҡа сығарыу өсөн төбәк бюджетынан субсидия алыу мөмкинлеген бар. Субсидия экспортҡа бәйле бөтә сығымдарҙы ҡаплаясаҡ, уны алыуға ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Бер ғариза буйынса 2 миллион һумға яҡын ярҙам күрһәтеләсәк.
Субсидия алыу өсөн ғаризалар Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Һорауҙар өсөн +7 (347) 280-87-17 телефонына мөрәжәғәт итергә йәки [email protected] электрон почтаһына яҙырға.
#ВВПУТИН