Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко беледереүенсә, илдә COVID-19 менән хәл бик көсөргәнешле. Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округы төбәктәре айырыуса борсоу тыуҙыра – бында ауырыусылар күп, дауаханаларҙа урындар 90 %-ҡа тулы. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә 900 мең кеше был инфекциянан дауаханаларҙа дауалана.
Президент В.В.Путин билдәләүенсә, властар аныҡ эш планы төҙөнө, һәр етәксе үҙ төбәгендәге хәлгә ҡарап эш итәсәк. Әлегә ойошма һәм предприятиелар карантинға ябылырға уйламай, был илдә иҡтисадты һәм бизнестың эшен тотҡарлаясаҡ. Ә бына төбәктәрҙә хәл киҫкенләшһә, ундағы ойшмалар, ни тиклем уңайһыҙ булһа ла, ваҡытлыса ябылып торасаҡ.
Ил башлығы халыҡты табиптарҙың кәңәштәрен тыңларға, санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәргә саҡырҙы. “Коронавирус менән бәйле проблемаларҙы өсөнсө планға күсерергә ярамай, сөнки инфекцияның яңы көс менән кире тарала башлауы бар. Был осраҡта, илдәге хәл бөтөнләй икенсе төрлө булаҡ», — тине В.В.Путин.