АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 10:44

Һуғыш тамамланған тиҙәр ҙә ул...

Ошоноң менән генә һуғыш тамамланһа ярай ҙа. Ил етәкселәре ер бүлешә алмағанда, бер ғәйебе булмаған төбәк халҡының, һалдаттарҙың ғүмерҙәре ҡыйылыуы бик йәл бит әле.

Рәсәй Президенты В.В.Путин "Таулы Ҡарабахтағы Рәсәй һалдаттарына йылына ике тапҡыр ротация яһалып торасағы" тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
"Рәсәй Федерацияһының Оброна министрлығына һалдаттарҙың шәхси составын йылына ике тапҡыр, хәрби техниканы - техник төҙөкләндереү, йә яңыртыу кәрәк булғанда алмаштырыу эштәре йөкмәтелде,” – тип яҙылған документта.
Әрмәнстан, Әзербайжан һәм Рәсәй президенттары Ҡарабахтағы конфликттың туҡтатылыуы тураһында 10 ноябрҙә хәбәр иткәйне. Ереван Бакуға Кельбаджар, Лачин һәм Агдам райондарын кире ҡайтарырға тейеш ине. Илдәр араһында тыныслыҡты һаҡлау маҡсатында төбәктәр сигенә шунда уҡ Рәсәйҙән 1 960 һалдат, 90 бронетранспортер, 380 берәмек техника урынлаштырылды. Ошоноң менән генә һуғыш тамамланһа ярай ҙа. Ил етәкселәре ер бүлешә алмағанда, бер ғәйебе булмаған төбәк халҡының, һалдаттарҙың ғүмерҙәре ҡыйылыуы бик йәл бит әле.
#ВВПУТИН
Читайте нас: