Рәсәй Президенты етәкселегендә үткән Шанхай ойошмаһы хеҙмәттәшлеге ағзалары – Дәүләт башлыҡтары советы ултырышында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың йөкмәткеле булыуын Ҡаҙағстан етәкселеге юғары баһаланы. Ил етәкселәре коронавирус пандемияһына ҡаршы көрәш буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тураһында ла һөйләште. Ҡасым-Жомарт Токаев Ҡаҙағстан биләмәһендә бергәләп вакцина етештереп ҡарарға тәҡдим итте.