Президент В.В.Путин Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның булдырылыуы һәм уның тикшеренеүҙе уңышлы үтеүе тураһында хәбәр иткәйне. Бөгөн иһә Алтайҙа "Спутник V" менән вакцинацияланған медицина хеҙмәткәренең COVID-19-ҙы эләктереүе тураһында мәғлүм булды. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, был хәл вакциналаныусының иммунитеты коронавирус инфекцияһына ҡаршы формалашып өлгөрмәүе арҡаһында булған.
Ведомствола аңлатыуҙарынса "Спутник V" вакцинһы ике компонентлы :беренсе инъекцияны алғандар өс аҙнанан икенсеһен алырға тейеш. Тик ошо фазаны үтеүселәр генә вакцинацияланған тип һанала, сөнки был осорҙа инфекцияға ҡаршы иммунитет формалаша.