Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2020, 11:48

Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
— Йәмәғәт тормошон тәртиптә тотоу, хәүефһеҙлекте һәм кешеләр хоҡуҡтарын яҡлау — изге, бик әһәмиәтле, күп осраҡта хәүефле эш. Был хеҙмәт тырышлыҡ, намыҫлылыҡ һәм әҙәплелек, һәр кешенең абруйына хөрмәт, иң ауыр йөктәрҙе күтәрә алыу әҙерлеген талап итә, һынауҙарға бирешмәйенсә, бурысты һәм антты үтәп, Рәсәй халҡына ышаныслы хеҙмәт итергә кәрәк, — тине ил башлығы ҡотлауында. Ул был көндө һөнәри бурыстарына тоғро ҡалып, тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙер булғандары, үҙҙәренең шәхси миҫалында йәш хеҙмәткәрҙәрҙе тәрбиәләгәндәре өсөн ветерандарға рәхмәтен белдереп, ныҡлы сәләмәтлек теләне.
#ВВПУТИН