Рәсәй Президенты В.В. Путиндың ил етәкселегенән баш тартыуы тураһындағы мәғлүмәт Британияның Daily Mail таблоидында баҫылып сыҡҡан. Киң мәғлүмәт системаһында Президент һаулығы насарайыуы арҡаһында отставкаға китергә мәжбүр булған, тип хәбәр ителә.
“В.В.Путиндың һаулығы бик шәп. Ул әлегә ил етәкселеген ҡалдырырға йыйынмай. Британияның киң мәғлүмәт системаһында таралған был хәбәр –ялған”, - тип яуап бирҙе был мәғлүмәткә дәүләт башлығының матбуғат-сәркәтибе Дмитрий Песков.