АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 22:50

Батып барған баланы ҡотҡарған

Андрей Горьков балаға тотоноп сығыр өсөн ағас ырғытҡан. Малайҙың уны тоторға ла, иларға ла хәле булмауын күреп, ир түшенә ятып, мәкегә табан шыуышҡан...

Сибай ҡалаһынан Андрей Горьков Свердловск өлкәһендә мәкегә төшөп батып барған малайҙы ҡотҡарған. Был хәл кисә, йәғни 8 ноябрҙә булған. Вахта ысулы менән сит өлкәлә эшләгән яҡташыбыҙ кис эшкә китергә йыйынып йөрөгән. Шул ваҡытта бер баланың ярҙам кәрәклеген белгертеп ҡысҡырыуын ишеткән. Янына барып етәрәк 10-12 йәштәрҙәге баланың һыуға батып барыуын күргән. Янындағыһы уға ярҙам һорап һөрәнләгән. Андрей балаға тотоноп сығыр өсөн ағас ырғытҡан. Малайҙың уны тоторға ла, иларға ла хәле булмауын күреп, ир түшенә ятып шыуышып мәкегә етеп, баланы тартып сығарған. Тиҙ ярҙам саҡыртып, бәләгә тарыусыны ышаныслы ҡулдарға тапшырғас, эшкә юлланған.
--Мин үҙемде герой тип һынамайым. Ярҙам кәрәккәс, янына ашыҡтым. Был ваҡытта үҙ ғүмерем өсөн бер ҙә ҡурҡманым. Баланы нисек тә ҡотҡарырға ынтылдым,--ти Андрей Горьков.
Әйткәндәй, Андрей һәм Татьяна Горьковтар ғаиләһендә 3 бала тәрбиәләнә. Сәләмәт тормош алып барыусы ғаилә бер нисә йыл рәттән Урал тау-металлургия предприятиеһы үткәргән “УГМК ғаиләһе” конкурсында еңеү яулаған.