Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 11:38

“Виртуаль госпиталь” булдырылған

Бөгөнгө көндә донъяла 47,3 миллион кешенең инфекция йоҡтороуы билдәле, уларҙың 1,211 миллионы был зәһәр ауырыуҙан вафат булған. Рәсәйҙә коронавирус менән

Рәсәй Президенты В.В.Путин Тула өлкәһе губернаторы Алексей Дюмин менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Осрашыу барышында һүҙ коронавирус менән ауырыусылар өсөн өлкәлә булдырылған “виртуаль госпиталь” тураһында барҙы. Дюмин белдереүенсә, виртуаль госпиталь өлкә клиник дауаханаһы нигеҙендә булдырылған. Бында дауаханаға килә алмаған ауырыуҙарға табиптар дистанцион форматта ярҙам күрһәтә. Бәхәсле мәсьәләләр барлыҡҡа килгәндә, тиҙ арала табиптар консилиумы йыйыла. Хәлдәре ыңғай яҡҡа үҙгәрмәгәндәр, йәки инфекцияны ауыр уҙғарыусылар дауаханаға килтерелә. Был эш үлем кимәлен кәметеү мөмкинлеген биргән, шулай уҡ ярҙам күрһәтеүҙең берҙәм стандарттары булып тора.
Бөгөнгө көндә донъяла 47,3 миллион кешенең инфекция йоҡтороуы билдәле, уларҙың 1,211 миллионы был зәһәр ауырыуҙан вафат булған. Рәсәйҙә коронавирус менән 1 712 858 кеше ауырый. Пандемия башланғандан бирле 29 509 үлем осрағы теркәлгән, 1 279 169 кеше һауыҡҡан.
#ВВПУТИН