АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 10:33

Таулы Ҡарабахҡа Рәсәй һалдаттарын индереү шарттары ҡаралды

Ил башлыҡтары араһындағы конфликтҡа Рәсәйҙең ҡыҫылышы кәрәкме? Ни тиһәң дә, һуғышта ҡырылған һалдаттар, ғазапланған халыҡ йәл.

Рәсәй Президенты Владимир Путин телефон аша Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян һәм Әзербайжан президенты Илһам Алиев менән илдәр араһында килеп сыҡҡан конфликтты туҡтатыу тураһында һөйләште.
Быға тиклем Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян Рәсәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Мөрәжәғәт Рәсәй һәм Әрмәнстан араһында 1997 йылда төҙөлгән союздашлыҡ, 2006 йылда ҡул ҡуйылған “Хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙамға килеү” килешеүенә таянып яҙылған.
Әзербайжан президенты Илһам Алиев белдереүенсә, Әрмәнстандың Рәсәйҙән ярҙам һорауы бөтөнләй нигеҙһеҙ. “Был мөрәжәғәт әрмәндәрҙең еңелеүен аңлата. Сөнки Баку хәрби операцияны “халыҡ-ара берләшмәләр билдәләүенсә, Әзербайжан территорияһы” тип танылған урында үткәрә, Әрмәнстанда бер ниндәй ҙә хәрби опреация алып барылмай”, -тигән Алиев.
Ил башлыҡтары бер нисек тә килешә алмаған конфликтҡа Рәсәйҙең ҡыҫылышы кәрәкме? Ни тиһәң дә, һуғышта ҡырылған һалдаттар, ғазапланған халыҡ йәл.
#ВВПУТИН
Читайте нас: