Баймаҡ районы халҡын юҡҡа ғына иң дәртле, етеҙ һәм эшһөйәр тип йөрөтмәйҙәр. Бәләкәй генә ауылдарҙа ла ҙур әһәмиәткә эйә булған саралар ойошторола. Үҙ теләктәре менән өмәләргә сығыуҙары, төрлө кисәләр үткәреп, тормоштарын йәмләп йәшәүҙәре генә лә күпте һөйләй.
Мәҫәлән, күптән түгел Өмөтбай ауылы уңғандары Һаҡмар йылғаһы аша һалынған күперҙе үҙҙәре ремонтлаған. Уның бер аҙ таушала төшкәнен күргән ауыл халҡы, ситтән ярҙам көтөп ултырмай, өмә ойошторған. Һәр кем кәрәкле эш ҡоралдары алған да барған.
—Күперҙе ремонталу—бик ҙур һәм әһәмиәтле эштәрҙең береһе булды. Өмәлә ҡатнашыусы ауыл хакимиәте депутаты Тимерғәле Рәхмәтуллинға, староста Зиннур Көмөшбаевҡа, иң оло өмәсе Нуритдин Мәжитовҡа, Винер Мәсәлимовҡа, Рафиҡ Муллағәлиевҡа, Булат Ғүмәровҡа, Айнур Халитовҡа, материалдар менән ярҙам итеүсе Рәмзил Садыҡовҡа ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтемде еткерәм,—тине ауыл хакимиәте башлығы Илдар Саптаров. Өмөтбай ауылының берҙәм халҡы бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Улар “Берҙәмлектә–көс” девизын маяҡ итеп алған. Бергәләп беренселәрҙән булып ауыл зыяратын заманса ҡорамалдар менән кәртәләгән, мәктәпкә, фельдшер пунктына, китапханаға тура йөрөр өсөн уңайлы булған баҫмаға ла капиталь ремонт үткәрелгән. Өмөтбайҙар “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып “Ҡоролтай” аллеяһы булдырған, унда ағастар ултыртып тирә-яғын кәртәләп, буяп та ҡуйғандар.
Ни әйтәһең? Афарин! Берҙәм һәм дәррәү булғанда вайымһыҙлыҡты еңергә, матур йәшәргә мөмкин