Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 11:36

Президент "Роскосмос” компанияһының эшен шелтәләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында космос тармағының үҫеш мәсьәләләре һәм был өлкәне финанслау буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында космос тармағының үҫеш мәсьәләләре һәм был өлкәне финанслау буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Ил башлығы билдәләүенсә, йыһан инфраструктураһын, орбиталь төркөмдәрҙе камиллаштырыу - Рәсәй космос тармағында иң мөһим мәсьәләләренең береһе.
"Роскосмосҡа ауыр кластағы ракета комплексын, «Сфера» проекты сиктәрендә орбиталь төркөмдәр булдырыу, ГЛОНАСС системаһын артабан үҫтереү буйынса программалар әҙерләргә ҡушылғайны. Аңлауымса, документтар әлегә тиклем әҙер түгел һәм улар раҫланмаған,”- тип шелтәләне компания хеҙмәткәрҙәрҙен В.В.Путин.
Ил етәксеһе "Роскосмос" етәкселегенә эштәрҙе йәһәтләүҙе, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә программа проекттарын әҙерләп тапшырыуҙы һораны.
#ВВПУТИН