Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 10:50

Йәнә ер тетрәне

Рәсәй Президенты Владимир Путин ер тетрәүҙә ҙур юғалтыуҙар кисереү сәбәпле Греция һәм Төркиә етәкселегенең, урындағы халыҡтың ҡайғыһын уртаҡлашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Грецияның премьер-министры Кириакос Мицотакисҡа һәм Төркиә Президенты Реджеп Тайип Эрдоганға Эгей диңгеҙендәге, Измирҙағы ер тетрәүҙәрҙә ҙур юғалтыуҙар кисереү сәбәпле ҡайғы уртаҡлашты.
«Был ҡот осҡос ер тетрәүендә юғалтыуҙар кисереүсе урындағы халыҡтың ҡайғыһын уртаҡлашам һәм, әлбиттә, зыян күреүсе төбәктәрҙең тиҙ арала ҡабаттан аяҡҡа баҫыуын теләйем», — тип яҙылған телеграмма тексында, ул Кремль сайтында баҫылып сыҡты.
Эгей диңгеҙендә 6,6 магнитудаһы менән ер тетрәү 30 октябрҙә булды. Стихия һөҙөмтәһендә Самос утрауында ике үҫмерҙең вафат булыуы, 20 кешенең яраланыуы билдәле. Төркиәнең Измир ҡалаһында һәләк булыусыларҙың һаны - 25-кә етте.
#ВВПУТИН
Читайте нас: