Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 13:45

Уҡыусылар өйҙән уҡырмы?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

- Әле каникул. Был уҡыусылар ял итһен өсөн яҡшы мөмкинлек. 9 ноябрь балалар мәктәпкә бара. Әлбиттә, мин уҡыусыларҙың дистацион уҡыуын теләмәйем. Әммә аҙна аҙағына хәлдәр яҡшырмаһа, киреһенсә насарланһа, әҙер булырға кәрәк, 1-5 класс уҡыусылары мәктәптә уҡыһа, 6-11 класс уҡыусыларын өйҙән уҡыуға күсерергә мәжбүр булырбыҙ. Һыҙыҡ өҫтөнә алам: был санитар-эпидемиологик хәлгә бәйле буласаҡ, - тине оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров.
Ә бына студенттар өйҙән уҡыуға күсә.