Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 14:10

Маҡсатлы эштәре һөҙөмтәле

БАШҠОРТОСТАНДА 2019-2020 УҠЫУ ЙЫЛЫ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ БУЙЫНСА ЮРИЙ ГАГАРИН КУБОГЫНА РЕСПУБЛИКА ОЛИМПИАДАҺЫ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕН ҺӘМ ПРИЗЕРҘАРЫН ТӘБРИКЛӘҮ МАРАФОНЫ ТАМАМЛАНДЫ. КОРОНАВИРУС ПАНДЕМИЯҺЫНА БӘЙЛЕ IX МИҘГЕЛДЕ ЙОМҒАҠЛАУ САРАҺЫ 3 ТӨРКӨМГӘ БҮЛЕНЕП ЯҢЫ ФОРМАТТА ОЙОШТОРОЛДО. Даланлы уҡыусылар араһында Сибай гимназистары ла булыуы ҡыуаныслы.

БАШҠОРТОСТАНДА 2019-2020 УҠЫУ ЙЫЛЫ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ БУЙЫНСА ЮРИЙ ГАГАРИН КУБОГЫНА РЕСПУБЛИКА ОЛИМПИАДАҺЫ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕН ҺӘМ ПРИЗЕРҘАРЫН ТӘБРИКЛӘҮ МАРАФОНЫ ТАМАМЛАНДЫ. КОРОНАВИРУС ПАНДЕМИЯҺЫНА БӘЙЛЕ IX МИҘГЕЛДЕ ЙОМҒАҠЛАУ САРАҺЫ 3 ТӨРКӨМГӘ БҮЛЕНЕП ЯҢЫ ФОРМАТТА ОЙОШТОРОЛДО.
Предмет олимпиадаларының республика кимәлендә призер булыусыларға дипломдар, иҫтәлекле миҙалдар һәм квадрокоптерҙар тапшырылды. Ә еңеүселәр иһә махсус дипломдар, кубоктар, Рәсәй космонавтикаһы федерацияһы миҙалдары, шулай уҡ квадрокоптерҙар менән бүләкләнде.
Һәләтле уҡыусыларҙы йылдағыса Халыҡ-ара космос станцияһының «Роскосмос» космонавтары Анатолий Иванищин һәм Иван Вагнер тәбрикләп, ҡыҙҙар-малайҙарҙың алдарына алған маҡсаттарына өлгәшеүҙәрен теләне.
Олимпиаданың 3 этабын уңышлы үтеп, призерҙар иҫәбенә сығыусылар араһында Сибай ҡалаһы гимназияһы уҡыусылары Искәндәр Күсәрбаев һәм Ролан Латыпов бар. Үҫмерҙәр баш ҡаланан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтҡан.
—Былтыр тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү фәне буйынса олимпиадала ҡатнаштым. Быйыл да бер нисә фәнде һайланым,—ти Ролан.—Әлеге мәлдә таштар, минералдар менән ныҡлы ҡыҙыҡһынам. Бүләгем—квадрокоптерҙың мөмкинлектәрен өйрәнәм.
Әйткәндәй, республика олимпиадаһына ике этапта һөҙөмтә яһала: тәүгеһе муниципаль кимәлдә булһа, икенсеһе, билдәле, республика буйынса ҡарала.
—“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән был олимпиада брендлы, республика тиһәк тә уның сиктәре күптән халыҡ-ара кимәлдән үткән. Төрлө өлкә, республиканың ҡала, ауылдарынан уҡыусылар бик теләп ҡатнаша. Беҙ ҡала күләмендә баштан уҡ алдынғылар иҫәбендәбеҙ. Бер нисә йыл рәттән республика кимәленә лә сыҡтыҡ. 2019-2020 уҡыу йылында гимназияла 482 уҡыусы төрлө фәндәрҙән предмет олимпиадалары тестарын үтте. Шуларҙың 21-е 3 этапты уңышлы атҡарып сыҡһа, күреүегеҙсә 2-әүһе призерҙар рәтендә билдәләнде,—ти “Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһының иң яҡшы дөйөм белем биреү ойошмаһы” булып танылған гимназия директоры Ирина Варламова.
Ирина Ивановна әйтеүенсә, гимназия директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары Альбина Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтова олимпиада ойоштороуға, был йүнәлеште пропагандалауға айырым көс һала. Шуға ла уларҙың эшмәкәрлеге тейешенсә баһалана. Альбина Әхмәтова уҡыусылар менән генә түгел, ата-әсәләр, уҡытыусылар менән ныҡлы эшләй. Йыйылыштарҙа, педагогик советтарҙа олимпиаданың аныҡ һөҙөмтәләре менән таныштыра, яҡшы яҡтарҙы ла, эшләп еткерелмәгән өлкәгә лә баҫым яһай.
Гимназия уҡыусылары быйыл да ҙур еңеүҙәргә йүнәлеш алған.
ИҪЕГЕҘГӘ ТӨШӨРӘБЕҘ:
14 сентябрҙән алып бөгөнгәсә Юрий Гагарин кубогына Х республика олимпиадаһында ҡатнашырға теләүсе белем усаҡтарын теркәүҙәр
дауам итә.
Предмет олимпиадаһында көс һынап ҡарауҙың шарттары ябай: уҡытыусыға,
йәки мәктәп кураторына әйтеп, үҙегеҙ теләгән фән буйынса теркәлеү һылтанмалары аша үтергә генә кәрәк.
#нацпроекты#миллипроекттар