Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 11:45

Дәүләт ярҙам иткән

Хәйбулла районының Маҡан ауылы фермеры Арслан Иҫәнгилдин “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” милли проекты сиктәрендәге "Агростартап" программаһы еңеүсеһе булараҡ грант алған. Йәш фермер дәүләт ярҙамына башта бесәнде преслап йыйғыс һәм фронталь тейәгес алһа, ошо көндәрҙә өр-яңы "Беларус-82.1" ҡайтартҡан. "Агростартап" шарттарына ярашлы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе техника һәм ҡорамалдар хаҡының 20 процентын үҙ аҡсаһы менән ҡаплаған.

Молодой фермер начал реализацию проекта "Агростартап".
Программа грантовой поддержки "Агростартап" реализуется в республике в рамках национального проекта «Создание системы поддержки фермеров и развитие сельской кооперации» с 2019 года.
В 2020 году одним из её победителей стал начинающий фермер Арслан Исянгильдин из с. Макан.
В конце лета на средства гранта молодым фермером были приобретены пресс-подборщик и фронтальный погрузчик. И вот на днях в хозяйство поступил новенький трактор "Беларус-82.1", также купленный на грантовые средства.
Стоит отметить, что при покупке техники и оборудования, глава К(Ф)Х вложил собственные средства (20% от стоимости), как и положено по условиям "Агростартапа".
#нацпроекты#миллипроекттар