Кәңәшмәлә илдәге эпидемиологик хәл, ҡаты сирле балаларҙы дауалауҙы финанслау, мәғаф өлкәһендәге үҙгәрештәр, төрлө тармаҡтарҙағы финанс мәсьәләләре тураһында фекер алыштылар. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин 2024 һәм дә 2030 йылға тиклем ил үҫешенең төп йүнәлеше булған - милли маҡсаттарҙың берҙәм планы менән таныштырҙы. Татьяна Голикова төбәктәрҙә эпидемиологик хәлдең үҫеш тенденциялары һәм субъекттарҙа COVID-19-ға ҡаршы көрәшкә ярҙам күрһәтеү саралары хаҡында һөйләне. Ул башҡа ауырыуҙар менән яфаланғандарҙы ла ситтә ҡалдырмаҫҡа, ваҡытында финанс ярҙам күрһәтергә кәрәклеген билдәләп үтте. Был темаларҙан тыш кәңәшмәлә финанс секторына онлайн-технологиялар индереү, донъя кимәлендә фәнни-белем биреү үҙәктәрен булдырыу хаҡында ла фекер алыштылар.