Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 11:29

Тағы яңы закон

Рәсәй Президенты Владимир Путин тағы бер законға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы 2021 йылдың 1 мартына тиклем яңы тыуған балаға түләнә торған пособие...Тулыраҡ сайтта.

Рәсәй Президенты Владимир Путин тағы бер законға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы 2021 йылдың 1 мартына тиклем яңы тыуған балаға түләнә торған пособие алыуға ғариза биреү өсөн социаль яҡлау органдарына һәм пенсия фондына барыу тыйылды. Закон рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Тимәк өс йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән пособие (әгәр ғаилә килеме йән башына ике йәшәү минимумынан уҙмаһа) автоматик рәүештә түләнә. Был сара 2020 йылдың 1 апреленән 1 сентябренәсә пандемия осоронда социаль бәйләнештәрҙе сикләү маҡсатында эшләнелгәйне, хәҙер иһә уның ваҡыты тағы ла оҙайтылды.
#ВВПУТИН
Читайте нас: