АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 21:25

Юғалтыу...

75-се йәшендә билдәле шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина вафат булды.

Өфөлә 75-се йәшендә билдәле шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина вафат булды.
Зөһрә Хәдит ҡыҙы 1946 йылда 29 июлендә Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. 1969-1980 йылдарҙа Әбйәлил районында уҡытыусы булып эшләй. 1980 йылда Сибайға күсеп килә, мәктәп-интернатта, Сибай педагогия колледжында хеҙмәт юлын дауам итә. 1996 йылдан 2001 йылға тиклем “Атайсал” гәзитендә мөхәррир була. 2005-2012 йылдарҙа “Сулпан” театрында әҙәби бүлекте етәкләй.
Төрлө жанрҙа ижад итте, ололар өсөн дә, балалар өсөн дә әҫәрҙәр яҙҙы. Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (Сибай), Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (Әбйәлил), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премия лауреаты (Баймаҡ).
“Атайсал” гәзите уның туғандарының, яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша.