Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 11:56

Курил утрауҙары кемдеке?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Японияның премьер министры Ёсихидэ Суга менән телефон аша тыныслыҡ тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында һөйләште.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Японияның премьер-министры Ёсихидэ Суга менән телефон аша тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу тураһында һөйләште.
Суга белдереүенсә, Японияға һуғыштан һуң дипломатик йомғаҡ яһарға кәрәк. Ә бына тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу тураһындағы темаға һөйләшеүҙән ул ситкәрәк китергә тырышты. Премьер-министр был турала һөйләшеү өсөн осрашыу мөмкинлеген булдырырға кәрәклеген белдерҙе. “Төньяҡ территорияларының проблемаларын хәл итеү өсөн Токио һәм Мәскәү менән бер туҡтауһыҙ бәйләнеш булырға тейеш,” - тип кенә белдерҙе.
Бөгөнгө көндә Курил утрауҙары өҫтөндә һүҙ ҡуйырғандан ҡуйыра. Әлбиттә, утрауҙарҙағы инвестициялар, технологиялар күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
Әйткәндәй, был утрауҙар совет диңгеҙ пехотаһы Японияның Квантун армияһын тар-мар итеү һөҙөмтәләре буйынса СССР составына индерелә. Ә хәҙер япондар утрауҙарҙы кире ҡайтарыуҙы һорай.
#ВВПУТИН
Читайте нас: