Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Табиптарға хәстәрлек менән” акцияһын уҙғара. 22 октябрҙән covid-19 менән ауырыусыларҙы дауалаусы медицина хеҙмәткәрҙәренә сәй йыйылмалары таратыла башланы. Улар республиканың 29 һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ебәреләсәк. Сәй, пряник, печенье, кәнфиттәрҙән торған бер йыйылма ун кешегә тәғәйенләнгән. Акцияға «Байрам» магазиндары селтәре, Башҡорт һатыу ассоциацияһы, Башҡортостан ҡулланыусылары союзы һәм башҡа ҙур ойошмалар ҡушылды.