Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ҡала төҙөлөшө Советы булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Был ҡала төҙөлөшө, архитектура һәм төбәк территорияһында инвестиция эшмәкәрлегендә булған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн даими эшләүсе коллегиаль орган буласаҡ. Уның төп маҡсаты – халыҡ йәшәйеше, эшмәкәрлеге уңайлы булһын өсөн берҙәм дәүләт сәйәсәтен булдырыу.
Документҡа ярашлы, Совет тәҡдим ителгән төҙөлөш ҡарарҙарын баһалау, архитектура һәм ҡала төҙөлөшөнөң үҫешен камиллаштырыу, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, архитектура һәм мәҙәниәтте үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, төрлө тәғәйенләнештәге объекттарҙы проектлау, төҙөү һәм эксплуатациялауҙа экологик таҙа, ресурс һәм энергия һаҡлаусы технологиялар ҡулланыу менән шөғөлләнәсәк.
Совет председателе итеп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәғәйенләнде.