АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 11:33

Ҡаты саралар индерелмәй

Инфекциянан дауаланыу өсөн яңы препараттар ҙа бар. Бөгөн ошо препараттарға тест үткәрергә, күпләп вакцина етештереүгә һәм дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

Президент В.В.Путин сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар съезында коронавирус инфекцияһына ҡаршы Рәсәйҙә бер ниндәй ҙә ҡаты саралар индерелмәүе тураһында хәбәр итте.
“Рәсәй халҡы коронавирустың ни тиклем зәһәрле инфекция икәнен аңланы. Күптәр яҡындарын, дуҫтарын юғалтып өлгөрҙө. Табиптар ҙа был осорҙа ярайһы тәжрибә тупланы. Инфекциянан дауаланыу өсөн яңы препараттар ҙа бар. Бөгөн ошо препараттарға тест үткәрергә, күпләп вакцина етештереүгә һәм дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Беҙ халыҡты был киҙеүҙән һаҡларға тейешбеҙ, шуға күрә һәр кемебеҙ ябай ғына һаҡланыу сараларын үтәһә, күпкә еңелерәк буласаҡ, -тине үҙ сығышында ил башлығы.
#ВВПУТИН
Читайте нас: