2020 йылдан Рәсәйҙә ипотека программалары өсөн дәүләт ярҙамы булдырылды. Яңы төҙөлгән йорттарҙа 6,5 процент менән торлаҡ алыу мөмкинлеге 1 ноябрҙән үк ғәмәлдән сығырға тейеш ине. Был программа көрсөккә ҡаршы уңышлы сараларҙың береһе булды. Уның тағы ла бер йылға оҙайтылыуы төҙөлөш тармағын үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк. Был осорҙа ипотека алыуға 630 миллиард һумға 220 меңдән ашыу ғариза бирелгән.