Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 11:15

Путин менән осрашҡығыҙ килһә...

Ил башлығының пандемия шарттарында кәңәшмә, осрашыуҙар уҙғарыу талаптары, киҙеүҙән нисек һаҡланыуы тураһында Кремль журналисы Андрей Колесников һөйләне.

Рәсәй Президенты В.В.Путин етәкселәр менән осрашҡанда бер ваҡытта ла битлек ҡулланмай. Ил башлығының пандемия шарттарында кәңәшмә, осрашыуҙар уҙғарыу талаптары, киҙеүҙән нисек һаҡланыуы тураһында Кремль журналисы Андрей Колесников һөйләне:
“Президенттың хәүефһеҙлеген һаҡлау – дәүләт сере. Күптәрҙе ил башлығының битлек, бирсәткә ҡулланмауы һағайта.
Пандемия башланғандан бирле В.В.Путин янында бер нисә хәбәрсе, фотограф һәм видео оператор эшләй. Улар бер туҡтауһыҙ тикшереү үтеп тора. Башҡа хәбәрселәр дистанцияла эшләүгә күсерелде. В.В.Путин менән осрашыуға килеүселәр дауаханала тикшереү, махсус урындарҙа карантин үткәндән һуң ғына Кремлгә индерелә,”- тине мәғлүмәт үҙәге журналисы Андрей Колесников.
#ВВПУТИН