Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 11:35

Көтмәгәндә килеп тикшереүҙәре бар

Рәсәй Президенты В.В.Путин Роспотребнадозорҙан мәктәп ашханаларында пландан тыш тикшереүҙәр уҙғарыуҙы һораны.

Ата-әсәләрҙән мәктәптәрҙә туҡланыу сифатының хөрт булыуы тураһында ишеткәндән һуң Рәсәй Президенты В.В.Путин Роспотребнадозорҙан мәктәп ашханаларында пландан тыш тикшереүҙәр уҙғарыуҙы һораны. Был мәктәпкә килтерелгән аҙыҡ-түлек һәм башланғыс кластар өсөн әҙерләнгән төшкө аштарҙың сифатын контролде тотоу өсөн эшләнелә.
Тикшереү үткәреү өсөн Роспотребнадзор башлығы Анна Попова яуаплы. В.В. Путин уға 15 ноябргә тиклем уҡыусыларҙың туҡланыу кимәлен билдәләргә һәм доклад әҙерләргә ҡушты. “Артабан квартал һайын был турала отчет биреп тороуығыҙҙы һорайым,”-тине ил башлығы.
#ВВПУТИН