Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 22:00

Баймаҡҡа ни булды?

Һуңғы көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһы һәм районында йыш янғын сыға башланы. Бөгөн дә баймаҡтар ярҙам һорай...

Һуңғы көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһы һәм районында йыш янғын сыға башланы. Яңыраҡ ҡына Ҡуянтау йүнәлешендә Ишкилде тауында ут сығыуын һәм Бәхтигәрәй ауылы яғында торф яныуын хәбәр иткәйнек.
Бөгөн Мәмбәт ауылы яғында янғын сыҡҡан. Ул Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ ҡасабаһына яҡынлаша. Халыҡтан ярҙам кәрәк.
Читайте нас: