Президент В.В.Путин Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһына ҡаршы икенсе вакцинаның теркәлеүе тураһында хәбәр итте. Ул "ЭпиВакКорона" исеме аҫтында йөрөйәсәк. Яңы вакцина кешегә 14 -21 көн аралығында ике тапҡыр яһаласаҡ.
"Организм коронавирус инфекцияһына ҡаршы торһон өсөн был вакцина 0,5 миллилитрлыҡ дозала бер нисә көн аралығында ике тапҡыр эшләнергә тейеш,” тиелгән препараттың инструкцияһында.
Донъяның аҫтын өҫкә килтергән был тажлы вирус китмәҫкә килгәндәй ҡылана башланы. Инфекция ҡотороп таралһа ла, күптәр һаҡланыу сараларын ҡулланырға ашыҡмай. Һаулығыбыҙ, ғаиләбеҙ именлеге үҙебеҙҙең ҡулда. Шуға күрә үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, санитар-эпидемиологик сараларҙы күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ.